Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Февраль 2021, 11:31

КИЛӘСӘГЕ ҘУР ҠАЛА

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин..

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Нефтекама ҡалаһында булды. Ул сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышты, белем биреү, социаль өлкә объекттарын ҡараны, ҡаланың үҫеш мөмкинлеге һәм йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү менән ҡыҙыҡһынды.
“НКМЗ-Групп” йәмғиәте нефть һәм газ сәнәғәте өсөн ҡоролмалар етештерә. 2020 йылда ул 1,5 миллиард һумлыҡ тауар һатҡан. “НКМЗ-Групп” йәмғиәте –БДБ-ла продукцияһына API-11D1 стандарты талаптарына ярашлы монограмма ҡуйырға хоҡуғы булған берҙән-бер ойошма. Радий Хәбиров етештереү урындарын, лабораторияны ҡараны, компания етәкселеге менән уның үҫеше хаҡында һөйләште. “НКМЗ-Групп” йәмғиәтенә ингән Нефтекама машина төҙөү заводында ла булды һәм бик ҡәнәғәт ҡалды.
Артабан Башҡортостан Башлығы Нефтекама ҡала дауаханаһының 2-се поликлиникаһына барҙы. 1965 йылда төҙөлгән бина заман талаптарына яуап бирмәй. Радий Хәбиров БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығына яңы поликлиника төҙөү тураһында тәҡдим әҙерләргә, объектты 2023 – 2024 йылдарға Республика адреслы инвестиция программаһына индерергә ҡушты.
“Белем” полилингваль күп профилле мәктәп-интернатында татар телен тәрән өйрәнәсәктәр. Ул яңыртыуҙан һуң тиҙҙән ишектәрен асасаҡ. Тәүге сират реконструкция өсөн “Башнефть” компанияһы Башҡортостандың социаль маҡсатлы программалар фонды аша 126 миллион һум аҡса күсергән. 46 миллион һумлыҡ ҡорамалдар өсөн аҡса республика һәм ҡала бюджетынан алынған.
– Был бинаның ете йыл тик тороуына ышанғы ла килмәй. Беҙ уҡыу урындарын арттырып ҡына ҡалманыҡ, сираттағы полилингваль мәктәпте астыҡ. Матди яҡтан беҙ ҙур эш башҡарҙыҡ, инде эш уҡытыусыларға ҡала. Полилингваль мәктәптәргә айырыуса иғтибар бүләсәкбеҙ. Бик шәп бина, заманса ҡорамалдар бирәбеҙ, һеҙҙең бурыс – ошо кимәлгә тура килеү, – тине Радий Хәбиров.
260 урынлыҡ “Эрудит” балалар баҡсаһы “Демография” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Был маҡсатҡа 219,7 миллион һум аҡса йүнәлтелгән, сығымдарҙың бер өлөшө федераль бюджеттан ҡапланған. Радий Хәбиров балалар баҡсаһы бинаһын ҡарап сыҡҡас, башҡарылған эште юғары баһаланы.
– Үткән йылда республика буйынса 25 балалар баҡсаһы төҙөнөк, быйыл да был эште дауам итәсәкбеҙ, – тине ул. – 2021 йылда 15 балалар баҡсаһы төҙөргә ниәтләйбеҙ. Аҡса етһә, был һанды арттырырбыҙ.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ ҡаланың 24-се микрорайонында мәктәп төҙөлөшө менән дә танышты. Төҙөлөш 752,9 миллион һумға төшкән, уның 370,26 миллион һумы “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә федераль бюджеттан бүленгән. Әле төҙөлөш эштәре 35 процентҡа атҡарылған. 1225 балаға иҫәпләнгән мәктәп 2021 йылдың сентябрендә ишектәрен асасаҡ.
Нефтекамала республика Башлығын “аҡыллы” туҡталыштар селтәре ҡыҙыҡһындырҙы. Ҡала хакимиәте башлығы аңлатыуынса, Нефтекама 2020 йылда “Иң яҡшы башланғыстар практикаһы” программаһы буйынса грант отҡан. Был аҡсаға биш заманса уңайлы туҡталыш комплексы алғандар. Радий Хәбиров нефтекамаларҙың тәжрибәһен өйрәнеп, республика буйынса ҡулланырға ҡушты.
Башҡортостан Башлығы урындағы етештереүселәр эштәре күргәҙмәһе менән дә танышты. Балалар майҙансыҡтары, эскәмйәләр, батуттар, спорт инвентары, яҡтыртыу ҡорамалдары һәм башҡалар “Нефтекамала эшләнгән” маркаһы аҫтында етештерелә.
Ҡала биләмәһендә ҡаҙыу эштәре һөҙөмтәһендә табылған артефакттар ҙа ҡыҙыҡлы. Республика Башлығы Нефтекамала “Эшҡыуарлыҡ музейы” асыу һәм Илдиан тимер заводының домен мейесенең күсермәһен булдырыу хаҡында һөйләште.
2020 йылда төҙөкләндерелгән “Сәләмәтлек һуҡмағы” паркы ҡала халҡының яратҡан ял урынына әйләнгән. Уның төп үҙенсәлеге – алты саҡрымға һуҙылған заманса велосипед юлы. “Октябрь” кинотеатры алдындағы майҙан да яңыртыласаҡ. “Уңайлы ҡала мөхите” проекты сиктәрендә 2021 йылда был маҡсатҡа 62,5 миллион һум аҡса бүленгән.
– Нефтекаманы киләсәге ҙур ҡала тип күрәм, – тине Радий Хәбиров. – Йәш, әүҙем ҡала. Бында иҡтисад яҡшы үҫешә. Тимәк, эш урындары бар. Шуға ла йәштәр бында ҡала, тыуым да арта. Халыҡҡа яҡшы шарттар тыуҙырырға кәрәк.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Читайте нас: