1921-1922 йылдар Башҡортостан тарихына йотлоҡ йылдары булып инеп ҡалған. Оҙайлы ҡоролоҡ, граждандар һуғышы һәм армия ихтияждары өсөн халыҡтан аҙыҡ-түлек туплау сәйәсәте һөҙөмтәһендә яҡынса 2 миллиондан ашыу кеше аслыҡҡа дусар ителә. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, йот йылдарында Башҡортостанда халыҡ һаны 22 процентҡа, йәғни 650 мең кешегә кәмей.