Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Февраль 2021, 13:42

Өфө спортсыһы – фристайл буйынса Рәсәй кубогы призеры

-

Өфөнән Артем Кажин фристайл буйынса Рәсәй кубогында көмөш миҙал яуланы. Баш ҡаланың тау саңғыһы буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе «ски-кросс» дисциплинаһында сығыш яһаны.
Артем ошо спорт төрө менән 11 йыл шөғөлләнә, республика, федераль кимәлдәрҙә еңеүҙәре байтаҡ, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Рәсәй ярыштары призеры әйтеүенсә, ҡатмарлыҡтар булһа ла, фристайл йүнәлешен үҙгәртеү тураһында уйы юҡ.
Читайте нас: