Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Февраль 2021, 16:15

Өфөлә эске табыны үлтереү менән тамамланды

-

Башҡортостандың баш ҡалаһында танышын үлтереүҙә ғәйепләнгән 35 йәшлек ир ҡулға алынды. Ул 1 февралдән 2-һенә ҡарай төндә енәйәт ҡылған. Тәүҙә ир-егеттәр Петрозаводская урамындағы фатирҙа мәжлес ҡорған. Хужа 28 йәшлек ҡунаҡ менән бәхәсләшеп киткән.
«35 йәшлек ир ҡунағының муйынына бысаҡ менән сәнскән. Йәрәхәтләнгән ир енәйәтсенең фатирынан сығып киткән һәм ярҙам һорау өсөн предприятие ҡарамағындағы ҡунаҡханаға ингән, ләкин тиҙҙән йән биргән», — тип белдерҙеләр Рәсәй Тәфтиш комитетының республика Тәфтиш идаралығында.
Үлтереүсе мәғлүмәт биреүҙән баш тартҡан. Тиҙҙән тәфтишселәр судта уны һаҡ аҫтына алыуҙы һорарға йыйына.
Читайте нас: