Хәйбулла хәбәрҙәре
+15 °С
Облачно
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
3 Февраля 2021, 06:49
БАШҠОРТОСТАНДА ӨФӨ – ЫРЫМБУР ТРАССАҺЫНДА АУЫР ЙӨК ТАШЫҒАН МАШИНАЛАР, ТАКСИ ҺӘМ МАРШРУТКАЛАР ХӘРӘКӘТЕ СИКЛӘНДЕ
..
Башҡортостанда Р-240 Өфө – Ырымбур трассаһында транспорт хәрәкәте сикләнде. Атап әйткәндә, 2 февралдә иртәнге сәғәт 10-дан автомобиль юлының 1194 саҡрымынан 1548 саҡрымына тиклем ауыр йөк ташыған машиналар, такси һәм маршруткалар хәрәкәте сикләнде. «Урал буйы» юл идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, сикләү урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 6-ға тиклем ғәмәлдә, оҙайтылыуы ла ихтимал.
Ошондай сикләү индереүгә һауа торошо – ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ сәбәпсе булды.
«Башинформ» агентлығы
хәбәр иткәнсә
, ҡар яуғанлыҡтан, Өфөгә йөк транспортына инеү тыйылды.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"