Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Февраль 2021, 11:43

23 МИЛЛИОН ҺУМ КИРЕ ҠАЙТАРЫЛАСАҠ

..

Рәсүл Байгилдин

Йылылыҡ өсөн хаҡ иҫәпләү контроле буйынса ведомство-ара эш төркөмө Стәрлетамаҡта “БашРТС”тың квитанцияларында йылылыҡ өсөн хаҡ юғары күрһәтелгән50-гә яҡын йортто тикшереп сыҡҡан.
Эш төркөмө ағзалары тикшереү барышында йылылыҡты иҫәпләү приборҙарын ҡараған, халыҡ менән аралашҡан.
Асыҡланыуынса, йылылыҡ энергияһын иҫәпләү өсөн тәғәйенләнгән дөйөм йорт приборҙары менән йыһазландырылған күп фатирлы 1034 йорттоң 847-һендә йылылыҡ өсөн хаҡ артыҡ иҫәпләнгән. Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең матбуған хеҙмәте белдереүенсә, 23 миллион һумдан ашыу аҡса йорттар хужаларына кире ҡайтарылырға тейеш.
Тикшереүҙәр үткәс, 26 ғинуарҙа, “Сода” мәҙәниәт йортонда халыҡ менән осрашыу үткән.
Килеп тыуған сетерекле был мәсьәләне хәл итеүҙә Сәтрлетамаҡтың Йәмәғәт палатаһы әүҙем ҡатнаша.
Читайте нас: