Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Февраль 2021, 13:57

2024 йылға республика тулыһынса көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыуға күсергә тейеш

-

Был турала Хөкүмәт Президиумы ултырышында Премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Әле республикала көнкүреш ҡалдыҡтарын бүлеп йыйыу йыйыуға 30-лап муниципалитет - төбәк халҡының 40 проценты йәлеп ителгән.
Йыл аҙағына был күрһәткесте 70 процентҡа еткереү күҙаллана. Ауыл ерендә контейнер майҙансыҡтарына селтәрле контейнерҙар, ҡалаларҙа - ҡағыҙ, быяла, пластик һәм сорттарға бүленмәгән ҡалдыҡтар өсөн айырым бактар ҡуйыласаҡ. Эште яйға һылу өсөн күп ҡатлы йорттарҙа сүпүткәрәгестәрҙе ябыу, киләсәкт яңы йорттар төҙөгәндә уларҙы бөтөнләй проектҡа индермәү ҡарала.
Автор:Гөлдәриә Йосопова.
Читайте нас: