Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Февраль 2021, 17:14

Күрше төбәктәрҙә башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре эшләй башлаясаҡ

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы Башҡортостан Башлығы гранты конкурсында 2021 йылда күрше төбәктәрҙә башҡорт йәкшәмбе мәктәптәрен асыу проекты буйынса еңеү яулағайны...

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы Башҡортостан Башлығы гранты конкурсында 2021 йылда күрше төбәктәрҙә башҡорт йәкшәмбе мәктәптәрен асыу проекты буйынса еңеү яулағайны.
Ошо проектты тормошҡа ашырыуға әҙерлек барышында республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Зинуров етәкселегендәге делегация эш сәфәре ваҡытында Силәбе өлкәһендәге район һәм ҡала хакимиәттәрендә осрашыуҙар уҙғарҙы. Уның төп маҡсаты күрше өлкәлә йәшәгән милләттәштәребеҙгә башҡорт телен өйрәнеү өсөн башҡорт йәкшәмбе мәктәптәрен асыу ине.
Әлеге ваҡытта Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында күпселек мәктәптәрҙә, Ҡонашаҡ районында быйылғы уҡыу йылынан 5 белем усағында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыла. Мейәс һәм Магнитогорск ҡалаларында, Ҡыҙыл районында башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре асыу буйынса эшлекле һөйләшеүҙәр үткәрелде, килешеүҙәр төҙөлдө.
– Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре урындағы белем усаҡтары бинаһында урынлашасаҡ. Уларҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы дәрестәре үткәреләсәк, ҡурай һәм бейеү түңәрәктәре эшләйәсәк. Дәрестәрҙе ойошторорға урындағы уҡытыусылар менән берлектә Учалы һәм Әбйәлил райондары, Сибай ҡалаһының интернат-гимназия уҡытыусылары ярҙам итәсәк. Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәренең эшен март айында башлап ебәрергә ниәтләйбеҙ, – ти мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Зинуров.
Республикабыҙҙан тыш, күрше өлкәләрҙә башҡорт телен дүрт меңдән ашыу уҡыусы өйрәнеүен дә әйтеп китмәй мөмкин түгел. Шуныһы ҡыуаныслы: башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үткән төбәк-ара олимпиадала ла ҡатнашыусыларҙың географияһы киңәйә. Быйыл, мәҫәлән, Рәсәйҙең 6 төбәгенән уҡыусылар ҡатнашты.
Киләсәктә был асыласаҡ башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре уҡыусыларҙы ғына түгел, атай-әсәйҙәрҙе берләштергән башҡорт мөхите үҙәктәренә әүерелер, тип күҙаллана.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: