Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Февраль 2021, 12:33

Эшҡыуарлыҡты үҫтерәм тиһеңме?

Улайһа, “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә мөрәжәғәт ит

Рөстәм Шәрипов етәкселегендә онлайн-режимда үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә” эш төркөмө тарафынан Аҡъяр ауылынан эшҡыуар Көнһылыу Вәлиеваның пекарняны модернизациялау проекты ҡаралды.
Проекттың маҡсаты: пекарня урынлашҡан ер участкаһын рәсмиләштереү, келәт булдырыу өсөн төкәтмә төҙөү, йыуыныу бүлмәһе булдырыу, эшселәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, яңы магазин төҙөү өсөн ер участкаһын рәсмиләштереүгә киткән сығымдарҙы ҡаплау өсөн инвестиция йәлеп итеү.
Инвестиция икмәк продукцияларының күләмен һәм ассортиментын арттырыу, шулай уҡ район халҡы өсөн өҫтәмә эш урындары булдырыу, урындағы бюджетҡа һалым түләмдәрен арттырыу мөмкинлеген бирә.
--2014 йылда үҙ эшемде астым. Икмәк продукциялары етештереү буйынса пекарня 6 йыл дауамында уңышлы эшләй. 8 кешегә эш урыны булдырылды. Әле пекарняны киңәйтеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ, ул саҡта тағы ла 2 кеше эшле буласаҡ. Әлеге ваҡытта булған бинаны ҙурайтырға планлаштырабыҙ. Күптән түгел билмән етештереү, һалма йәйеү аппараттары һатып алдыҡ. Пекарняла һөт-ҡаймаҡ, ит продукциялары һатыла. Беҙ уларҙы ситтән һатып ала инек, хәҙер үҙебеҙҙең район фермерҙары етештергән ауыл хужалығы продукцияларын аласаҡбыҙ,--тине эшҡыуар Көнһылыу Мөхәмәтйән ҡыҙы.
Проект буйынса фекер алышыуҙарҙа шулай уҡ инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары, муниципаль район хакимиәте белгестәре ҡатнашты.
Рөстәм Динислам улы кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса тәҡдим ителгән проектты тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итеү буйынса күрһәтмә бирҙе.
Фото муниципаль район хакимиәте сайтынан алынды
Читайте нас: