Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Февраль 2021, 17:22

БАШҠОРТОСТАНДА RDF ЯҒЫУЛЫҠ ЕТЕШТЕРӘ БАШЛАЙҘАР

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

Стәрлетамаҡта «Мохит-СТР» ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сорттарға айырыу һәм эшкәртеү заводында республика территорияһында тәүге тапҡыр RDF яғыулыҡ етештерә башлайҙар. Яғыулыҡтың был альтернатив төрөн юғары температура режимдары талап ителгән бөтә сәнәғәт тармаҡтарында ла файҙаланырға була.
-Бөгөнгө көндә йыһаздарҙы урынлаштырҙыҡ, газды RDF яғыулыҡҡа алмаштыра алған сифатлы рецептураны таптыҡ. Был ресурстарҙы экономияларға мөмкинлек бирә, һәм беҙ, күберәк файҙаланып, әҙерәк күмеп, «Экология» милли проектының программаһын тормошҡа ашырасаҡбыҙ. Бындай комплекслы эшкәртеү һөҙөмтәһендә күмеүҙең 30 процентлыҡ күрһәткесенә сыға аласаҡбыҙ, ҡалғандары ҡайтанан эшкәртеләсәк, - тип һөйләй Стәрлетамаҡта «Вториндустрия» һәм «Мохит-СТР» йәмғиәттәре проекттарының етәксеһе Айрат Маҡсадов. – Был икенсел матди ресурстар, RDF яғыулыҡ һәм компостлау. RDF яғыулыҡ составында яныусан материалдар: резина, полимерҙар, ағас һәм башҡа материалдар бар, беҙ уларҙы ҡалдыҡтар составынан айырып алабыҙ һәм яғыулыҡ өҫтәмәһен эшләйбеҙ. Бындай яғыулыҡтың калориялылығы газдыҡынан артығыраҡ.
Бөтә йыйылған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары ла Стәрлетамаҡтағы заводта беренсел сорттарға айырыуҙы үтә, унда RDF яғыулыҡты етештереү өсөн икенсе сеймал айырып алына. Әлеге ваҡытта «Мохит-СТР» йәмғиәте альтернатив яғыулыҡ файҙаланыусылар менән килешеү төҙөү стадияһында, йыһаздарҙы һынай.
БР Экология министрлығы бындай проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы хуплай. Республика предприятиеларында экологик технологиялар индереү «Экология» милли проектының «Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең комплекслы системаһын булдырыу» федераль проектында билдәләнгән һөҙөмтәлелек күрһәткестәренә ирешергә мөмкинлек бирә. Бынан тыш, RDF яғыулыҡ етештереү буйынса йыһаздар пластик пакеттарҙы үтилләштереүҙең етди проблемаһын хәл итергә ярҙам итә. Пластиктың бындай төрө серемәй тиерлек, ул тик микропластикка ғына әйләнергә мөмкин, ә ул, үҙ сиратында, флораның һәм фаунаның төп бысратыусыһы булып тора.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://ecology.bashkortostan.ru/
"Мораҙым" гәзите.
Читайте нас: