Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Февраль 2021, 16:32

Башҡортостан спортсыһы скелетон буйынса Донъя кубогында алтын миҙал яуланы

-

Австрияның Инсбрук ҡалаһында скелетон буйынса Донъя кубогының йомғаҡлау этабында Башҡортостан вәкиле Александр Третьяков алтын миҙал яуланы. Ике тапҡырҙан һуң спортсының һөҙөмтәһе — 1 минут 45,59 секунд. Кубок ярыштарының дөйөм иҫәбендә Третьяков, 1171 мәрәй йыйып, бишенсе урынды алды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2010 йылда Ванкуверҙа уҙған XXI Олимпия уйындарында Александр Третьяков бронза миҙал алды һәм ватандаштарыбыҙ араһында ошондай ярыштарҙа тәүге призер булды. 2013 йылда Санкт-Морицта скелетонсы Рәсәй өсөн тарихта тәүге тапҡыр алтын миҙал яуланы. 2014 йылда Сочиҙа XXII Олимпия уйындарында Александр Третьяков скелетон буйынса Рәсәйҙең беренсе олимпия чемпионы булды.
Әйткәндәй, 35 йәшлек Александр Третьяков – Красноярск ҡалаһынан. 2020 йылдың декабренән ул Башҡортостан өсөн сығыш яһай.
Читайте нас: