Аҫылташ медиамәктәбе 2.0 SMM буйынса башҡорт белгестәрен әҙерләй
Февраль айында Аҫылташ медиамәктәбе уҙғарыла! Быйыл - яңы формат һәм яңы маҡсаттар.
Медиамәктәпкә 10 уҡыусы йыйыла, һәр аҙна һайын уларға SMM буйынса дәрестәр үткәрелә. Март айында улар кураторҙар менән бергә реаль проектты социаль селтәрҙәр аша алып барыу һәләтен күрһәтәсәк. Иң актив уҡыусыларҙы эшкә урынлаштырырыу ҡаралған.