Аҡъяр ауылында Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылына арналған скандинав йөрөш буйынса тәүге марш-парад ойошторолдо. Махсус таяҡтарға таянып атлаған 50-ләгән кеше араһында хеҙмәт коллективтары вәкилдәре, пенсионерҙар, йәш быуын бер колонна булып район үҙәге урамдары аша үтте.
Аҡъяр ауылының Мәҙәниәт һәм ял паркында скандинав парадта ҡатнашыусылар 2-се Аҡъяр мәктәбенең 5-се класс уҡыусылары менән бергәләп физкультура эшләне, балаларҙың дәртле йырына бейеп тә алды.
Сәләмәт тормош алып барыуға әйҙәгән сараны муниципаль район хакимиәте башлығы Роза Рәсембәтова асып, һаулыҡты һаҡлау маҡсатында спорт менән шөғөлләнеү, әүҙем тормош алып барыуҙың мөһимлеген билдәләне. Ул быйылғы йылда районда Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы сиктәрендә үтәсәк төрлө саралар тураһында ла мәғлүмәт бирҙе. Әйткәндәй, планлаштырырлған сараларға ҡарағанда, районда быйылғы йыл бик тә ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булырына шик юҡ. Спортсыларға, сәләмәт тормош алып барыусыларға, хәрәкәт итергә һәм туризм яратыусыларға мөмкинлектәр күп буласаҡ.
Ә инструктор, спорт ветераны Мәрйәм Хәйҙәрова етәкселегендәге скандинав йөрөштә ҡатнашҡандар ҡышҡы саф һауанан, бергәләп парадта ҡатнашыуҙан күңел күтәренкелеге алып, бирелгән дистанцияны үтте. Илленән ашыу кешенең таяҡтарға таянып, урамдар буйлап үтеүе район халҡында ла ҡыҙыҡһыныу уятты. Кемдер фотоға төшөрөргә ашыҡты, икенселәре таныштарын сәләмләне, спортсыларға хуплау һәм теләктәшлек һүҙҙәрен еткерҙе.
Ә хәрәкәт итергә, сәләмәт тормош алып барырға теләүселәр яңынан старт урынына етеп, күмәкләшеп иҫтәлеккә фотоға төштө.