Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Февраль 2021, 15:39

Өс игеҙәк тыуған!

Башҡортостанда Дыуан районында бер һыйыр өс быҙау килтергән. Ветеринарҙар белдереүенсә, был бик һирәк күренеш икән.

Дыуан районының Метели ауылында Голосовтар ғаиләһендә оло ҡыуаныс: “Зорька” исемле һыйыр бер юлы 3 быҙау килтергән.
“Беҙ бындайҙы көтмәгәйнек. Шатлыбығыҙ ҙур, әлбиттә”,--тиҙәр Анастасия һәм Иван Голосовтар.
Әйткәндәй, ветеринарҙар белдереүенсә, бер һыйырҙың бер юлы өс быҙау килтереүе бик һирәк күренеш икән.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: