Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Февраль 2021, 14:25

ИКЕ УНИВЕРҘЫҢ БЕРЛӘШЕҮЕ ИХТИМАЛ

..

БАШИНФОРМ

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университеттарын берләштереү ихтималлығына ҡарата фекерен белдерҙе. Һуңғы ваҡытта мәғариф системаһы йәмәғәтселегендә ошо тема буйынса фекер алышыуҙар бара.
– Берләштереү тураһында һүҙҙәр бара. Ниндәй төрҙә һәм ниндәй университеттар ҡушыласағы тураһында уҡыу йорттары тик үҙҙәре генә әйтә ала. Беҙ ошондай тәҡдим менән сыға алабыҙ, әммә был юғары уҡыу йорттарының коллективы ҡарары булырға тейеш, сөнки был берләшеүҙән улар тик отасаҡ ҡына. Юғары уҡыу йорто федераль бюджеттан күберәк аҡса аласаҡ, шул иҫәптән фәнни тикшеренеүҙәрҙе күберәк үткәрәсәк. Уҡыу йорто үҙенең ғилми асыштары һөҙөмтәһен экспортлаясаҡ. Был ҙур университетҡа башҡа уҡыу йорттарының, төрлө илдәр белгестәренең иғтибарын йәлеп итәсәк. Һәм ул шунда уҡ фән картаһында тағы ла нығыраҡ сағыласаҡ, – тине Александр Сидякин.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе һүҙҙәренсә, юғары уҡыу йорттарын берләштереү практикаһы Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре өсөн тренд булып тора.
– Ҙур университет – лаборатория булдырыу, ғалимдарҙы йәлеп итеү, фәнни кадрҙарҙы йыйыу өсөн ҙур мөмкинлектәр ул. Илебеҙҙең барлыҡ биләмәләрендә лә университеттар берләшер, тип уйлайым. Сөнки ябай төбәк юғары уҡыу йорто донъяуи көнәркәшлеккә түҙә алмаясаҡ. Төбәк вуздары үҙ-ара дәғүәләшергә тейеш түгел. Беҙҙең алты юғары уҡыу йортона бер-береһе менән студенттар өсөн ярышырға кәрәкмәй. Улар икенсе төбәктәрҙән һәм илдәрҙән студенттар өсөн дәғүәләшһен. Ошонда беҙҙең бурыс. Шулай ғына ҡеүәтте үҫтерергә мөмкин. Беҙҙең халыҡ шундай уҡ булып ҡала бит. Мәктәпте тамамлаған 17 мең уҡыусының биш меңе республиканан ситкә уҡырға китеүен иҫәпкә алып, беҙгә ҡалған 12 мең студент өсөн түгел, ә башҡа төбәктәр һәм илдәр студенттары өсөн көрәшергә кәрәк. Университеттың үҫеше уңышына йүнәлеш ошонда. Ә быны тик берләшеп кенә эшләргә мөмкин. Шуға ла бер-берең менән көнәркәшлек итеү бер ниндәй ҙә отош бирмәй. Кем был поезға ырғымаған, ул тарих перронында тороп ҡаласаҡ һәм һөҙөмтәлә отоласаҡ. Кем был берләшеүҙә ҡатнаша, ул нисек буласаҡ, уның өсөн ниндәй сиктәр ҡуйыласаҡ, берләшеү конъюктураһы ниндәй була – былар әле тикшерелгән һорауҙар. Һәр осраҡта, коллективтар ҡарарҙы ҡабул итергә тейеш. Әммә бындай хәлдә ҡалырға ярамай, – тип иҫәпләй Александр Сидякин.
Читайте нас: