Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Февраль 2021, 00:00

“Иң яҡшы өлкән тәрбиәсе”

Һүҙем, Аҡъяр ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһында тәрбиәселәрҙең новаторы – өлкән тәрбиәсе булып эшләүсе, яңыраҡ райондың мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары етәкселәренең һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә сығыш яһап, “Иң яҡшы өлкән тәрбиәсе” исеменә лайыҡ булған Зилә Рауил ҡыҙы Айытбаева хаҡында. //

Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән, ти халыҡ мәҡәле. Әсә һәм ҡыҙҙар – барыһы ла тәрбиәселәр. Ябай ғына тәрбиәселәр түгел, ә үҙ һөнәрҙәрен яратып, ысын күңелдән башҡарған педагогтар. Уңыштарға өлгәшеүҙең дә асылы шунда түгелме икән?!
Һүҙем, Аҡъяр ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһында тәрбиәселәрҙең новаторы – өлкән тәрбиәсе булып эшләүсе, яңыраҡ райондың мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары етәкселәренең һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә сығыш яһап, “Иң яҡшы өлкән тәрбиәсе” исеменә лайыҡ булған Зилә Рауил ҡыҙы Айытбаева хаҡында. Ул Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында Сәғирә һәм Рауил Һағынбаевтарҙың татыу ғаиләһендә донъяға килә. Аҡъяр ауылының 1-се һанлы мәктәбен уңышлы тамамлаған ҡыҙға ниндәй һөнәр һайлау һорауы тормай. Балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән әсәһе, мәғариф алдынғыһы - Сәғирә апайҙан был һөнәрҙең нескәлектәрен белеп үҫеп, тәрбиәсе һөнәренә уҡып сығып эш башлаған апаһы Гүзәл (Аҡъяр ауылы “Бәпембә” балалар баҡсаһының алдынғы тәрбиәселәренең береһе - Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Гүзәл Рауил ҡыҙы Хисамова) кеүек, ул да Өфө ҡалаһына педагогия училешеһына юл тота. Ҡулына диплом алған Зилә Рауил ҡыҙы хеҙмәт юлын 1996 йылда Аҡъяр ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып башлай. Балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә ижади эшләүсе тәрбиәсене шунда уҡ үҙ итә. Йәш ҡыҙ методик кәңәшмәләрҙә әүҙем ҡатнаша, һәр ваҡыт эҙләнә, өйрәнә, белемен камиллаштыра. Ситтән тороп Сибай педагогия институтын тамамлай.
Райондың йыл тәрбиәсеһе бәйгеһендә ҡатнашып еңеү яулаған, юғары категориялы тырыш тәрбиәсене 2010 йылда мөдирҙең уң ҡулы – балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе итеп тәғәйенләйҙәр. Шул көндәрҙән ул баҡсаның тормошона башкөллө сума. Белем биреү учреждениеһының үҫешен педагогтарҙың ижади хеҙмәте хәл итеүен аңлаған өлкән тәрбиәсе, педагогтарға профессиональ яҡтан үҫешергә ынтылырға ярҙам итеп, ең һыҙғанып эшкә тотона. Тәрбиәселәрҙең һәләтен, белемен үҫтереү йәһәтенән: оҫталыҡ кластары, түңәрәк өҫтәлдәр, ғәҙәти булмаған интерактив формаларҙа үткәрелгән педсоветтар, семинарҙар, ижади ҡунаҡханалар, педагогик рингтар, төрлө конкурстар үткәреп, яңынан-яңыларын уйлап сығарып тора ул .
Уңған, тырыш белгесте уңыштар ҙа оҙаҡ көттөрмәй. Баҡсабыҙҙың тәрбиәселәре йылда үткәрелеп килгән “Йыл тәрбиәсеһе” район бәйгеләрендә ҡатнашып призлы урындар яулайҙар. Шулай уҡ педагогтар тәрбиәләнеүселәре менән район, төбәк-ара һәм республика кимәлендә үткәрелгән бәйгеләрҙә, интернет селтәрҙәре аша тәҡдим ителгән конкурстарҙа ҡатнашып баһалы урындарға лайыҡ була киләләр. Баҡсабыҙҙың “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 баҡсаһы” исемен алыуы һәм башҡа бик күп бәйгеләрҙә уңыштарға өлгәшеүе балалар баҡсаһы мөдиренең һәм өлкән тәрбиәсенең коллектив менән берҙәм һәм булдыҡлы эш нәтижәһе ул.
Тырыш кеше бар яҡлап та уңған тигәндәй, Зилә Рауил ҡыҙы инде 10 йылдан ашыу район тәрбиәселәренең метод ойошмаһын уңышлы етәкләй. Ул балалар баҡсаларының белем биреү сифатын күтәреү, инновацион технология алымдарын ҡулланыу, педагогтарҙың компетентлығын үҫтереүҙе алға ҡуя.
Зилә Айытбаева үҙе лә педагогтарға өлгө күрһәтеп, район һәм Республика Мәғарифте үҫтереү институты ойошторған төрлө семинар, конференциялар, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Уның хеҙмәте лайыҡлы баһаланған, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы һәм Рәсәй Федерацияһы Фән һәм мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Талапсан, яңылыҡҡа ынтылыусан, маҡсатлы өлкән тәрбиәсенең һөҙөмтәле эш алымдары менән белем биреү ойошмаһының эшмәкәрлеге лә алға бара. Балалар баҡсаһының ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнешле эш алып барыуы, төрлө яҡлы хеҙмәттәшлеккә яңы алымдар ҡулланыуы, педагогтарҙың ынтышлы булыуҙары – былар барыһы ла Зилә Рауил ҡыҙының тынғыһыҙ хеҙмәте. Район тәрбиәселәренең, коллегаларының һәм ата-әсәләрҙең ихтирамын яулаған Зилә Рауил ҡыҙына яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ.
Йәмилә Хәйбуллина,
Аҡъяр ауылы “Йәйғор” балалар баҡсаһының башҡорт теле уҡытыусыһы.
Читайте нас: