Путиндың бүләген үҫмергә Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин тапшырҙы.
Артем Булғаҡ ауылы лицейында тик яҡшы билдәләргә өлгәшә һәм ул Рәсәй дәүләте башлығы фанаты.
--Иң мөһиме—мин патриот, үҙ илемде яратам. Президентыбыҙҙы эше өсөн хөрмәт итәм. Минең өсөн ул ысын ир-егет өлгөһө, ысын етәксе. Үҙ хатымда Владимир Путиндан шәхсән осрашыу һәм бергәләп фотоға төшөү тураһында яҙғайным. Был теләгем тормошҡа ашыр, тип уйлайым,--ти Артем.
Президентың ҡабул итеү бүлмәһендә уҡыусы өсөн экскурсия үткәреп, учреждениеның эше тураһында һөйләгәндәр.
Фото: Пресс-служба ГФИ по РБ