Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Февраль 2021, 16:12

БАЛАЛАРЫ БЕРЕНСЕ КЛАСҠА БАРАСАҠ АТА-ӘСӘЛӘР ИҒТИБАРЫНА

/

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығында балалары беренсе класҡа барасаҡ ата-әсәләргә ғаризаларҙы ҡабул итеүҙең яңы срогы хаҡында хәбәр иттеләр.
Мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙиндең дөйөм республика ата-әсәләр йыйылышында белдереүенсә, балаларҙы беренсе класҡа ҡабул итеү кампанияһы быйыл 1 апрелдән башланасаҡ.
Мәктәп биләмәһенә ҡараған биләмәлә һәм беренсе класҡа ҡабул итеүҙә өҫтөнлөктәре булған балалар өсөн ҡабул итеү кампанияһы шулай уҡ 1 апрелдән башлана һәм 30 июнгә тиклем дауам итә. Ә бына мәктәп биләмәһенә ҡарамаған йорттарҙа йәшәгәндәр һәм буш урындарға ҡабул ителгәндәр өсөн ҡабул итеү ваҡыты – 6 июлдән 5 сентябргә тиклем. Ошо күрһәтелгән ваҡыт эсендә ғариза яҙып ҡалыу яҡшы.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проектына килгәндә, уның бурыстарын 2024 йылға тиклем атҡарыу ҡаралған. Рәсәй мәғарифының глобаль конкурентҡа һәләтлелеген тәьмин итеү, Рәсәй Федерацияһының белем биреү сифаты буйынса донъялағы тәүге ун ил иҫәбенә инеүе кеүек маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу бурысы ҡуйылған.
Фото: efcate.com
Роза Тазетдинова.
https://dayr.rbsmi.ru/news/Balalari-berense-klas-a-barasa-ata-s-l-r-i-tibarina-654769/
Читайте нас: