Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Ғинуар 2021, 23:34

"Студенттар декадаһы"

Районда барған "Студенттар декадаһы" сиктәрендә, был аҙнала Ғәлиәхмәт ауылында ялда булған студенттар менән осрашыу кисәһе һәм йәштәр араһында волейбол буйынса ярыш үтте. //

Районда барған "Студенттар декадаһы" сиктәрендә, был аҙнала Ғәлиәхмәт ауылында ялда булған студенттар менән осрашыу кисәһе һәм йәштәр араһында волейбол буйынса ярыш үтте.

26 ғинуар ауыл мәҙәниәт йортонда студенттар мәктәп уҡыусылары менән осрашты. Уҡыусыларға һәм башҡа килгән кешеләргә университеттарҙа белем алыусы йәштәребеҙ, үҙҙәренең уҡыу йорттары һәм студент тормошо тураһында һөйләнеләр, уйындарҙа ҡатнашты.

30 ғинуар Ғәлиәхмәт мәктәбендә волейбол ярышы ла ҡыҙыу һәм сәмле үтте.
Егеттәр араһында Аҡнаҙар йәштәре беренсе булһа, ҡатын-ҡыҙҙар араһында студент ҡыҙҙар алдынғылыҡты бирмәне.
Читайте нас: