Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Ғинуар 2021, 11:57

Аҡъяр футболсылары – чемпион!

Район үҙәгендә мини-футбол буйынса турнир үтте

Аҡъяр ауылының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә студенттар һәм йәштәр араһында мини-футбол буйынса турнир үтте.
Ярышта Аҡъярҙан ике, Бүребай, Подольск, Сиҙәм ауылдарынан берешәр команда ҡатнашты.
Барлыҡ командалар яҡшы уйын күрһәтте. Туринир һөҙөмтәләре буйынса Аҡъяр-1 командаһы еңеү яуланы, бүребайҙар 2-се урынға күтәрелде, 3-сө урынды Сиҙәм футболсылары биләне. Турнир призерҙары дипломдар, миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде.
фото:Хәйбулла районы хакимиәте.
Читайте нас: