Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Ғинуар 2021, 12:20

Аҡъярҙа йәш хоккейсылар көс һынашты

Боҙ майҙансығына мәктәп уҡыусылары сыҡты

Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжының боҙ майҙансығында мәктәп уҡыусылары араһында хоккей буйынса турнир үтте. Сара Башҡортостанда иғлан ителгән Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылына арналды.
Сәмле ярыштарҙың һөҙөмтәләре буйынса Бүребай хоккейсылары еңеү яуланы. 2-се баҫҡысҡа аҡъярҙар күтәрелде, ә Татыр-Үҙәк командаһы 3-сө урынды биләне.
фото:Хәйбулла районы хакимиәте.
Читайте нас: