Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ғинуар 2021, 18:54

Ял көндәрендә өфөләр бөҙрәханаларға һәм мунсаларға ташлама менән барырға мөмкин

-

Өфө эшҡыуарҙары ял көндәрендә хаҡтарҙы төшөрөү буйынса акциялар уҙғара.
Атап әйткәндә, бөҙрәханаларҙа, мунсаларҙа, сәскә салондарында, шиномонтаж оҫтаханаларында, күмәсханаларҙа, кондитер һәм аҙыҡ-түлек магазиндарында ташлама тураһында билдәле булды.
30 һәм 31 ғинуарҙа ҡаланың бөтә һырғалаҡтары бушлай эшләй, конькиҙы прокатҡа алыу хаҡы 50 процентҡа тиклем төшөрөлә.
Ҙур ғына ташлама менән ашығыс фото эшләтергә мөмкин.
Тау саңғыһы буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбенең тау битләүендә күтәргескә ташлама алырға була. Бәләкәй күтәргес бушлай эшләй. «Төҙөүсе» стадионында дрифт буйынса ярыштарҙы бушлай ҡарарға мөмкин.
Өфөләргә Өфө ҡалаһы тарихы музейына, В.И.Лениндың йорт-музейына, Өфө ҡала планетарийына ла бушлай инергә, Йәш тамашасы театрында бушлай спектакль ҡарарға була.
Студенттар иһә студент билеты менән республиканың Хәрби дан музейына, М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт музейына, Башҡортостан Республикаһының Милли музейына бара ала.
Ҡаланың барлыҡ үҫмерҙәр клубтарында бушлай күңел асыу һәм спорт саралары – викториналар, конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр, концерттар, эстафеталар була.
Саралар, ташламалар исемлеге менән һылтанма буйынса һәм бында танышырға мөмкин.
Читайте нас: