Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ғинуар 2021, 13:05

Өфөлә рэп-фестиваль уҙғарыу ваҡыты һәм урыны билдәле булды

-

«Молодость Fest» рэп-фестивале 31 ғинуарҙа «Өфө-Арена»ла ойошторола, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға ойоштороусылар. Көндөҙгө сәғәт 2-лә инә башларға мөмкин. Сәғәт 3-тә – диджей сет, 4-се 30 минутта артистарҙың сығышы башлана. Уҡыусылар һәм студенттар фестивалгә бушлай индерелә.
Фестивалде «Яңы Атланта» рэп-фестивале форматында ойоштороу планлаштырыла. 2019 йылдың декабрендә унда Моргештерн, Face, Thomas Mraz һәм башҡа Рәсәй йондоҙҙары сығыш яһағайны.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, коронавирусҡа ҡаршы режимды йомшартыуға бәйле Башҡортостанда концерттар уҙғарыла башланы.
Читайте нас: