Бауырһаҡ. Эре генә, ауыҙҙа иреп торған был тәмлекәс күптәрҙең күңеленә хуш килер.
6 йомортҡаны яҡшылап күпертәбеҙ,100 мл һөт, ярты сәй ҡалағы ҡабартҡыс(разрыхлитель), бер аш ҡалағы шәкәр ҡомо(өйөп түгел) , бер семтем тоҙ, иләнгән он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ, Ҡамыр йомшаҡ була. Йомшаҡ булһа ла, ҡулға йәбешмәҫлек булырға тейеш. Өҫтөн ҡаплап бер аҙ ял иттерәбеҙ. Ҡамыр ял иткәндә икенсе һауытҡа шыйыҡ май һалып ҡайнатып һыуытып алабыҙ. Ҡамырҙы ваҡ киҫәктәргә бүлеп бауҙар(жгуттар)яһайбыҙ, 3-4 см оҙонлоҡта киҫеп сығабыҙ. Майҙа алһыу төҫкә ингәнсе болғата - болғата бешерәбеҙ. Бауырһаҡты һалып бешерә башлағанда май бик һалҡын да, бик ҡайнар ҙа булмаҫҡа тейеш. Бешеп барған береһен тишекле һауытҡа һалып, майынан һарҡытабыҙ. Һыуынғас шәкәр оно( пудра) һибеп табынға бирәбеҙ.
Бауырһаҡтарығыҙ күпереп уңһын, аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын!