Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ғинуар 2021, 11:37

БАШҠОРТОСТАНДА АСЫҠ ҺАУАЛА КОНЦЕРТТАР ҺӘМ ЗАЛДАРҘЫ 50% ТУЛТЫРЫРҒА РӨХСӘТ ИТЕЛДЕ

.

"Башинформ"

Тиҙҙән Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы режимға тағы бер ни тиклем йомшартыуҙар индерелә.
Республиканың яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәш буйынса оператив штабы ултырышында асыҡ һауала концерттар ойоштороу һәм залдарҙы 50% тултырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Ошо хаҡта белгән сығанаҡ хәбәр итеүенсә, яҡын арала Өфөлә Элвин Грейҙың [Радик Юлъяҡшиндың — ред. иҫк.] бушлай концерты була. Шулай уҡ Башҡортостандың баш ҡалаһы «Яңы Атланта» икенсе рэп-фестивален үткәрергә йыйына. 2019 йылдың декабрендә унда Моргенштерн, Face, Thomas Mraz һәм башҡа Рәсәй йондоҙҙары сығыш яһағайны.
Читайте нас: