Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ғинуар 2021, 13:48

Башҡортостан синоптиктары ял көндәренә һауа торошон хәбәр итте

-

Башҡортостан синоптиктары ял көндәренә һауа торошон хәбәр итте.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, шәмбе төндә бер аҙ ҡар, көндөҙ епшек ҡар яуа. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, юлдарҙа ҡар. Ел көньяҡтан талғын.
Һауа температураһы төндә – 3-8, аяҙытҡанда 13 градус һалҡын. Көндөҙ — 0, минус 5 градус.
Йәкшәмбе Башҡортостандың төньяғында бер аҙ епшек ҡар яуыуы фаразлана, башҡа биләмәлә яуым-төшөмһөҙ. Урыны менән боҙлауыҡ, юлдарҙа ҡар, боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан талғын.
Һауа температураһы төндә 3-8, аяҙытҡанда 13 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ — 0, минус 5 градус.
Бөгөн республикала көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан секундына 3-8 метр тиҙлектә иҫә.
Һауа температураһы көндөҙ — минус 3-8 градус, таулы райондарҙа плюс 2-гә тиклем.
Автомобиль юлдарында урыны менән боҙлауыҡ, иртән томан.
Галина Бахшиева.
Читайте нас: