Өфөлә 30 һәм 31 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 4-кә тиклем Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда ит йәрминкәһе була. Илебеҙ етештереүселәре арзан хаҡҡа сифатлы ризыҡтар килтерә. Йәрминкәлә иттең төрлөһөн һатып алырға мөмкин. Бөтә продукция һатыуға сығарыр алдынан санитар-ветеринария лабораторияһында тикшерелә.