Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ғинуар 2021, 13:50

Бөйөк актер коронавирустан вафат булды

-

Бөгөн таң менән күңелһеҙ яңылыҡ билдәле булды: төнөн Мәскәүҙә СССР-ҙың халыҡ артисы Василий Лановой вафат булған. Алдан хәбәр ителеүенсә, быйыл ғинуар башында унда һәм ҡатынында коронавирус инфекцияһы асыҡлана.
Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, уны пневмония менән дауаханаға һалалар. Ә һуңғы көндәрҙә актерҙың хәле насарая һәм реанимация бүлексәһенә күсерелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 88 йәшлек Лановойҙың организмы сирҙе еңә алмай һәм уның йөрәге тибеүҙән туҡтай.
Совет осороноң был билдәле артисын белмәгән кеше һирәктер. Ул Б. Щукин исемендәге театр училищеһын тамамлағандан һуң, 1957 йылдан алып Е. Вахтангов исемендәге театрҙа эшләгән, бик күп бөйөк ролдәр башҡарған. Тик ул кешеләрҙең хәтерендә башлыса кинолағы ролдәре аша ҡалған. Ул “Алһыу парустар”, “Йәшенгә барам”, “Офицерҙар”, “Анна Каренина”, “Турбиндар көнө”, “Һуғыш һәм солох” һәм башҡа бик күп данлыҡлы совет фильмдарында төшкән. Уның ҡатнашлығында бөтәһе 70-тән ашыу кинокартина бар. Шулай уҡ артист әүҙем рәүештә йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән, “Үлемһеҙ полк” хәрәкәте рәйестәше, театр педагогы булған.
Василий Лановой Башҡортостан халҡы өсөн дә яҡын. 1970 йылдарҙа Азат Абдуллиндың “Ун өсөнсө председатель” драмаһы авторға бөтә Союз һәм донъя кимәлендә танылыу килтерә. Шул йылдарҙа был пьеса Вахтангов исемендәге театрҙа ҡуйыла. Унда төп ролде тап Василий Лановой башҡара. Пьеса ҙур уңыш менән илдең йөҙҙән ашыу театрында, Болгария, Чехословакия, Румыния, АҠШ һәм башҡа илдәрҙә ҡуйылған, телеспектакль төшөрөлгән.
Фото: vestikavkaza.ru
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас: