Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ғинуар 2021, 12:00

АУЫЛ УҠЫТЫУСЫЛАРЫ, ҺЕҘҘЕҢ ӨСӨН!

.

Венер Исхаков

Республикала «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы дауам итә. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә хәбәр итте.
«Беҙ йәш уҡытыусыларға ярҙам күрһәтәбеҙ, ауыл ерендә эшләгәндәренә гранттар бирәбеҙ. «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы сиктәрендә улар шулай уҡ бер миллион һум күләмендә компенсация ала. 2021 йылда был тәжрибәне дауам итербеҙ», — тине Радий Хәбиров.
«Ауыл уҡытыусыһы» программаһы сиктәрендә 55 йәшкә тиклемге педагогтар дәғүә итергә мөмкин. Программала ҡатнашыусыларға 1 миллион һум күләмендә аҡса ҡарала. Төп шарт – ауыл ерендә, ҡала тибындағы ҡасабала йәки 50 меңдән аҙыраҡ кеше йәшәгән ҡалала урынлашҡан мәктәптә 5 йыл эшләү.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар һәм документтар 15 апрелгә хәтлем ҡабул ителә.
Читайте нас: