Фестиваль 2021 йылдың 16-24 ғинуарында Дакка ҡалаһында уҙҙы. Сараны ойоштороусы – 1977 йылдан Бангладешта сәләмәт кино мәҙәниәтен пропагандалау менән шөғөлләнгән Rainbow Film Society. Кинофестивалдә 73 илдән 226 фильм ҡатнашҡан.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фильм башҡорт әҙәбиәте классигы Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлдө һәм төрлө кинофестивалдәрҙә бик күп наградалар яуланы. Картина 4 мартта Башҡортостан һәм Татарстан кинотеатрҙарында киң экранға сыға.
Мостай Кәримдең “Өс таған” повесы бик ҡыҙыҡлы, мажаралы әҫәр. Ваҡиғалар Урал тауҙары ҡуйынында урынлашҡан бик матур тәбиғәтле Бөркөтлө ауылында, 1950-се йылдарҙа, йәй башында бара.
Повестың төп геройҙары – ябай ауыл малайҙары: Ғабдулла, Айҙар, Вәзир, Яҡуп.