Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ғинуар 2021, 16:45

Әсәлек капиталы артты

-

Башҡортостан Пенсия фонды хәбәр итеүенсә, быйыл республикала әсәлек капиталы күләме артҡан. Тәүге балаға ул 483 881,83 һум тәшкил итә. Ошондай уҡ сумма икенсе балалары 2020 йылға тиклем тыуған, ә ата-әсә сертификатты алмаған йәки файҙаланмаған осраҡта ике бала тәрбиәләүсе ғаиләгә тейеш.
Тәүге сабыйҙарына әсәлек капиталын алған, аҙаҡ икенсе балаларын тапҡан йәки уллыҡҡа алған ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тағы ла 155 550 һумға арттырыла. Әгәр сертификат хужалары средстволарҙың бер өлөшөн файҙаланған булһа, ҡалған өлөшөнөң күләме инфляция үҫешен иҫәпкә алып 3,7 процентҡа арттырыла. Күпме сумма ҡалғанын Пенсия фонды сайтындағы Шәхси кабинетта асыҡларға йәки белешмәгә заявка бирергә мөмкин.
Элек әсәлек капиталына ғаиләнең хоҡуғы барлыҡҡа килмәгәндә, ә икенсе, өсөнсө һәм артабанғы балалары 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған осраҡта, улар быйыл 639 431,83 һум күләмендәге сертификат аласаҡ. Былтыр был сумма 616 617 һум тәшкил итте.
Фото:Photosight.ru
Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас: