-14 °С
Болотло
«2024 йылда заманса студенттар кампусын төҙөрбөҙ, сит ил студенттары һанын 10 меңгә еткерербеҙ. Беҙҙең ғилми-мәғариф үҙәге республикаға таланттарҙы йәлеп итер, Рәсәй һәм донъя компаниялары менән партнерлыҡты нығытыр. Йәй көнө Вәлиди урамындағы комплекста IQ-ПАРК – «Сколково» төбәк операторы статусы менән юғары технологиялар технопаркының беренсе сиратын асабыҙ. Был инновацион бизнес өсөн юғары һөҙөмтәле майҙансыҡ булырға тейеш. Парк резиденттарына «Сколково» ресурстарына инеү мөмкинлеге, махсус преференциялар һәм заманса сервистар бирелә», — тип билдәләне республика етәксеһе йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһағанда.