Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ғинуар 2021, 23:07

Ғинуар айы аҙағына ла яҡынлашты

Йылдың тәүге айы тураһында һынамыштарға таянып, йыл нисек булырын фаразлап алайыҡ. //

Ғинуарҙа «март етһә», мартта ғинуар «булыр».
Ғинуарҙа ҡарҙың күп булыуы – ямғырлы йәйгә.
Ғинуарҙа ҡар ни тиклем күберәк булһа, көҙ икмәк мул булыр.
Ғинуарҙа ай тыуыуы – һауа торошоноң үҙгәреүенә.
Тумыртҡаның ғинуарҙа туҡылдауы – иртә яҙға.
Ғинуарҙа ҡар күп яуһа, бурандар уйнап торһа, июль ямғырлы килер.
Ғинуарҙа тауыш шаңдау булып яңғырап ишетелһә, сатнама һыуыҡтарға.
Ат «хырылдаһа», көслө буранға.
Төндә әтәс ҡысҡырһа – көндәр йылыныуға.
Ғинуарҙа һыуыҡ булһа, июль ямғырһыҙ һәм эҫе килер. Бәшмәк көҙ һуңында ғына үҫер.
Читайте нас: