Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ғинуар 2021, 12:58

ГРАНТ АЛЫУҘА ҮҘГӘРЕШТӘР

#национальныепроекты#нацпроекты

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә Башҡортостанда “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” тип аталған республика проекты тормошҡа ашырыла.
Уға үткән йылда 266 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Проекттың төп йүнәлеше – ауылда үҙ кәсебен йәйелдергән эшҡыуарҙарға үҫеш өсөн бирелгән ”Агростартап” гранты. Хәҙер, ҡыуанысҡа күрә, фермерҙарға был аҡсалата ярҙамды алыу ябайлаштырыла.
Был йәһәттән үҙгәрештәр Ауыл хужалығын үҫтереү буйынса дәүләт программаһына индерелде. Мәҫәлән, эш урындары булдырыуға ҡарата талаптар йомшартыла. Үҙгәрештәр буйынса, хужалыҡ башлығы бер үҙе генә эшләгән хәлдә – 2 миллион һумға тиклем, ә инде ярҙамсы итеп тағы кеше алһа, 2 миллион һумдан ашыу грантҡа дәғүә итеү мөмкинлегенә эйә.
Тағы бер үҙгәреш ауыл хужалығы кооперативтарына ҡағыла. Улар грантты ҡорамалдар һәм техника алыуға йүнәлтә ала.
Ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукциялары, сеймалы, аҙыҡ-түлеге баҙарҙарын көйләү буйынса дәүләт программаһы 2012 йылда раҫланғайны. Уның маҡсаты – Рәсәйҙең аҙыҡ-түлек бойондороҡһоҙлоғон булдырыу, импортҡа алмаш, илдә етештерелгән аҙыҡ-түлектең эске һәм тышҡы баҙарҙарҙа конкурентлыҡҡа һәләтле булыуына өлгәшеү.
Фото: Ауыл хужалығы министрлығы сайты.
Фото:tg-16.ru
Сығанаҡ: "Мораҙым" гәзите.
Читайте нас: