Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ғинуар 2021, 01:05

Федераль каналда Өфөнән етем балаға ата-әсә эҙләйҙәр

7 йәшлек Никита «Бөтәһе лә өйҙә саҡта» тапшырыуы геройы булды. Малай беренсе класта уҡый, бик ҡыҙыҡһыныусан. //

Федераль каналда Өфөнән етем балаға ата-әсә эҙләйҙәр

7 йәшлек Никита «Бөтәһе лә өйҙә саҡта» тапшырыуы геройы булды. Малай беренсе класта уҡый, бик ҡыҙыҡһыныусан.

«Никита мәрхәмәтле, йомшаҡ күңелле малай. Үҙенең донъяһына бик һирәктәрҙе генә индерә. Әгәр уның ышанысын яулаһаң, һин уның иң яҡын кешеһенә әүереләһең. Ул ҙур теләк менән уҡый, бик ыҫпай, әйберҙәре һәр ваҡыт тәртиптә», — ти уның хаҡында уҡытыусылар.

Тапшырыуҙан һуң ҡаланың Опека һәм попечителлек идаралығына баланы ғаиләгә алыу ниәте менән илдең төрлө төбәктәренән шылтыраттылар, тине идаралыҡ начальнигы Лариса Ольте.

Бала яңы ата-әсә табыр тип ышанабыҙ.
Читайте нас: