Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ғинуар 2021, 13:10

Элвин Грейҙың «Яңы моң» халыҡ-ара конкурсына 7 илдән 800 ғариза ҡабул ителде

-

«Яңы моң» халыҡ-ара конкурсына ғаризалар ҡабул итеү тамамланды. Был хаҡта социаль селтәрҙә проект етәксеһе Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) хәбәр итте.
Конкурсҡа бөтәһе 7 илдән 800 ғариза бирелде. Һайлап алынған 50 кандидат Өфөгә саҡырыла. Супер-финалсыға төп бүләк – 1 миллион һум.
«Жюри проектҡа кандидаттар һайлап алыу эшен башлай. Әҙерлек эштәре лә бик ҡыҙыу бара. Һиҙеп торам, Өфөлә беҙҙе эш көтә. Үҙемдең исемдән һәр ҡатнашыусыға уңыштар теләп ҡалам», — тип яҙҙы Радик Юлъяҡшин.
Музыкаль проект Башҡортостан башлығының 30 миллионлыҡ грантына тормошҡа ашырыла. Конкурс март-май айҙарында Башҡортостандың баш ҡалаһында ойошторола. Бөтәһе 16 телепрограмма була, трансляция төбәк һәм федераль каналдарҙа күрһәтелә.
Конкурста рус, башҡорт һәм инглиз телдәрендә йырлаған 18-35 йәшлек башҡарыусылар ҡатнашырға мөмкин. Шоуҙа Рәсәй, милли һәм сит ил эстрадаһы йырсылары, композиторҙары сығыш яһай. Проекттың йәш ҡатнашыусылары менән Рәсәйҙең иң яҡшы белгестәре эшләй, тип вәғәҙәләй ойоштороусылар.
Читайте нас: