Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ғинуар 2021, 13:07

БЕРҘӘМ ДӘҮЛӘТ ИМТИХАНЫ ТАПШЫРЫУ ӨСӨН ҒАРИЗА БИРЕҮ ВАҠЫТЫ 1 ФЕВРАЛДӘ ТАМАМЛАНА

-

Башҡортостанда 1 февралгә тиклем берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыу өсөн ғариза бирергә мөмкин, тип хәбәр итә «Башинформ».
Ғаризала һынау тоторға йыйынған фәндәрҙе яҙырға кәрәк.
«Сығарылыш класы уҡыусылары ғаризаны уҡыған урыны буйынса бирә.
Уҙған йылдарҙа мәктәп тамамлағандар иһә ғаризаны берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыу өсөн теркәлеү урындарына бирергә тейеш, уларҙы республиканың Мәғариф министрлығы билдәләй», — тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
Уҡыусылар һәм үткән йылдарҙа мәктәп тамамлағандар ғаризаны үҙҙәре, паспорт һәм ышаныс ҡағыҙы менән уларҙың ата-әсәләре (законлы вәкилдәре) тапшыра.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр ғариза биргән саҡта психолог-медик-педагогик комиссияның тәҡдимдәр күсермәһен, ә инвалидлығы булғандар белешмәнең төп нөсхәһен йәки раҫланған күсермәһен күрһәтергә тейеш. Үткән йылдарҙа мәктәп тамамлағандарҙың белем тураһында документтарының төп нөсхәләре йәки уларҙың раҫланған күсермәләре кәрәк.
1 февралдән һуң берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыу өсөн ғаризалар Башҡортостан Республикаһының Дәүләт имтихан комиссияһы ҡарары буйынса ҡабул ителә.
Сығанаҡ: "Ейәнсура таңдары" гәзите.
Читайте нас: