Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ғинуар 2021, 17:18

Башҡортостанда 2021 йылда әсәлек капиталы күләме арттырылды

Хәҙер беренсе балаға түләү 483 881,83 һум тәшкил итә. Икенсе бала 2020 йылға тиклем тыуған, ә ата-әсә сертификат юлламаған йә иһә уны файҙаланмаған осраҡта ике балалы ғаиләләргә лә ошондай сумма бирелергә тейеш. //

Башҡортостанда 2021 йылда әсәлек капиталы күләме арттырылды

Хәҙер беренсе балаға түләү 483 881,83 һум тәшкил итә. Икенсе бала 2020 йылға тиклем тыуған, ә ата-әсә сертификат юлламаған йә иһә уны файҙаланмаған осраҡта ике балалы ғаиләләргә лә ошондай сумма бирелергә тейеш.

Тәүҙә беренсе балаға әсәлек капиталы алған, ә һуңынан тағы бер бала тапҡан йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алған ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күләме 155 550 һумға арттырыла.

Быға тиклем әсәлек капиталы алмаған, ә икенсе, өсөнсө йәки артабанғы балалары 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң донъяға килгән ғаиләгә 639 431,83 һум күләмендәге сертификат тапшырыла.

Уҙған йылдың апреленән әсәлек (ғаилә ) капиталы өсөн ғариза яҙырға кәрәкмәй, йәғни дәүләт хеҙмәттәре порталында әсәнең Шәхси кабинетына килә.
Читайте нас: