Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ғинуар 2021, 01:49

“БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ИРЕКМӘНЕ (ВОЛОНТЕРЫ)” ПОЧЕТ БИЛДӘҺЕН ЮЛЛАУ БАШЛАНДЫ

Почет билдәһе 2020 йылдың 27 ноябрендә Башҡортостан Башлығы тарафынан раҫланғайны. //#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

“Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проекты сиктәрендә БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы “Башҡортостан Республикаһы ирекмәне (волонтеры)” почет билдәһен алыуға кандидаттарҙы ҡарау өсөн юллауҙар ҡабул ителә башлауы тураһында иғлан итә.
Почет билдәһе 2020 йылдың 27 ноябрендә Башҡортостан Башлығы тарафынан раҫланғайны.
БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының мәғлүмәт-ағартыу бүлеге хәбәр итеүенсә, документтарҙы 4 – 18 февралдә талантлы йәштәрҙе һәм йәштәр башланғыстарына ярҙам бүлегенә (Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10-сы һанлы йорт, 24-се кабинет) тапшырырға мөмкин.
“Башҡортостан Республикаһы ирекмәне (волонтеры)” почет билдәһе хаҡында положение һәм кәрәкле документтар исемлеге БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының рәсми сайтында бирелгән: https://mmps.bashkortostan.ru/activity/25591/.
Фото – БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының мәғлүмәт-ағартыу бүлеге.
Читайте нас: