Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ғинуар 2021, 12:29

ҺЫУҒА ТӨШКӘН КЕҮЕК КЕНӘ ЮҠ БУЛДЫ...

.

Рәсәйҙә йыл һайын 100 мең кеше юғала

Бер танышым дауахананан туғандарына: “Хәҙер ҡайтам”, – тип шылтыратҡанын һәм юғалыуын, аҙаҡ ташландыҡ баҡсала аҫылынған килеш табылыуын һөйләп хайран итте. Ә бит уның юғалыуында, инде килеп баҡсала аҫылыныуында күпме сәбәптәр ята...

Ҡолдар, берәҙәктәр һәм үҫмерҙәр

Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла эҙһеҙ юғалыусылар һаны артҡандан-арта бара. Уларҙың күбеһе тәүге ҡарашҡа бер сәбәпһеҙ юҡҡа сыға. Араларында мәңгелеккә эҙһеҙ юғалыусылар ҙа етерлек. “Һуңғы йылдарҙа илебеҙ буйынса юғалыусыларҙың һаны 200 меңдән ашып киткән. Был иһә Рәсәйҙәге бер ҡала халҡы юҡҡа сығыуға торошло”, – тип яҙып сыҡҡайнылар үҙәк баҫмаларҙың береһендә.

Үткән йылда 2,7 мең кеше юғалған, шул иҫәптән 56 бала. Шулай ҙа хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү буйынса ыңғай динамика күҙәтелә икән.Үткән йылдың 9 айында юғалған 7 мең 970 кешенән (568-е бәлиғ булмағандар) 5,2 меңенең ҡайҙалығын йыл эсендә асыҡлағандар, 512 бала һәм үҫмер табылған һәм ата-әсәләренә ҡайтарылған. Шулай уҡ табылмаған кешеләрҙең һаны быйыл 3,4 процентҡа кәмене, тип хәбәр итә Рәсәй Эске эштәр министрлы.

Ә Башҡортостанда иһә йыл һайын 3 мең тирәһе кеше юҡҡа сыға икән.

– Республикала юғалыусылар һаны бер кимәлдә ҡала – йылына 2 мең тирәһе кеше. Был һанға беҙ тағы ла 1 мең тирәһе икенсе категорияға ҡарағандарҙы, йәғни туғандарын юғалтыусыларҙы ла индерәбеҙ, – тине Башҡортостан Енәйәтте тикшереү идаралығы начальнигы Владислав Горкавцев БР Эске эштәр министрлығының матбуғат үҙәге үткәргән брифингта: “Әлбиттә, һуңғы осраҡта криминаль элементтар күҙәтелмәй, кешеләр башҡа төбәктәргә китеп, бәйләнеш юғалталар икән, шул рәүешле докуметтар менән проблема сыға, теркәлеү йәки мираҫ мәсьәләре буйынса туғандары уларҙы эҙләй башлай”, – тип белдерә ул. Эскеселәр, наркомандар, насар холоҡло үҫмерҙәр йыш ҡына “хәбәрһеҙ юғалалар” икән. Айырыуса берәҙәктәр юғала, улар табылһа ла тағы ла шул юлдан китәләр һәм статистика артҡандан арта бара.

“Республикала кешеләрҙе ҡоллоҡҡа урлау теркәлмәне, шулай уҡ ҡыҙҙарҙы сексуаль ҡоллоҡҡа урлаусылар ҙа юҡ, ғәҙәттә уларҙы үҙ ризалыҡтары менән урлайҙар” – тип билдәләне Башҡортостан Енәйәтте тикшереү идаралығы начальнигы. Ул шулай уҡ йыл һайын 500 тирәһе кешенең табылмай ҡалыуын, ә оперативниктарға 1,5 мең мәйетте таныу буйынса эштәр башҡарырға тура килеүен дә йәшермәне. Кешеләрҙең барыһын да үлтергәндәр икән тип әйтеп булмай, күп осраҡта үлем сәбәбе бәхетһеҙлек осрағына бәйле: йөрәк өйәнәге, сифатһыҙ алкоголь, туңып үлеү һәм башҡа криминаль булмаған факторҙар…

Әлбиттә, хоҡуҡ һәм закон һағында тороусылар, юристар, эксперттар юғалыу серен асыҡларға тырышалар. Үткән йылдарҙағы юғалтыуҙарға күҙ һалһаҡ, яртыһынан күберәге ҡатын-ҡыҙҙар, унан ҡала ир-аттар һәм балалар.

“Зинһар, мине тапмағыҙ инде!” – тип ялбара

Бер айҙан, бер йылдан һуң булһа ла күптәре иҫән-һау табыла – шуныһы һөйөнөслө. Кемдер туғандары менән талашҡандан һуң юғала, кемдер бурысынан ҡотолор өсөн “юҡҡа сыға”. Баш етмәҫлек ваҡиғаларға тарығандар ҙа бар. Бер саҡ полицияға ҡайғыға батҡан ҡатын мөрәжәғәт итә. Уның тормош иптәше эшкә киткән еренән ғәйеп була. Ярты йылдан һуң ир табыла. Ул башҡа өлкәлә икенсе ҡатын менән йәшәп ятҡан булып сыға. Ир йораты полицияға: “Зинһар, мине тапмағыҙ инде!” – тип ялбара. Бындай осраҡта полиция көсһөҙ, эҙләгән ҡатынға иренең ҡайҙалығын еткерергә лә уларҙың хоҡуғы юҡ.

Рәсәй Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, юғалыусыларҙың күп өлөшө (80 процент) – ситкә эш эҙләп сығып китә. Күптәренең өмөтө аҡланмай, аҡсалы эш таба алмайҙар, был хаҡта туғандарына хәбәр итеп тормайҙар. Ә аҡыл юғалтыр хәлгә еткән ғаилә ағзалары, туғандары уларҙы полиция менән эҙләргә мәжбүр була. Һуңғы ваҡытта алдаҡсы эш биреүселәр буш вәғәҙәләр биреп эшләтә лә, бер тин дә тоттормай эштән ебәрә йәки ҡоллоҡҡа дусар итә. “Жди меня” тапшырыуын ҡарап, үҙәк баҫмаларҙан уҡып, интернет аша ла бындай ваҡиғаларға шаһитбыҙ.

Шулай ҙа Рәсәй Эске эштәр министрлығы хәбәрһеҙ юғалыусылар һанының артыуын бер яҡтан миграцияға, икенсе яҡтан хәүефле енәйәтсел ваҡиғаларға бәйләп аңлата. Илебеҙҙә хәбәрһеҙ юғалыусылар һаны артҡандан-артып тора. Эшкә тип сығып киткәндәр генә түгел, чиновниктар ҙа, хәрби һәм полиция хеҙмәткәрҙәре лә юғала. Юғалыусыларҙың күбеһе берәҙәклеккә төшә, серле хәлдәрҙә һәләк булалар, кредит түләргә теләмәүселәр ҙә етерлек һәм асылмаған енәйәттәр ҡорбанына әйләнәләр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, өлкән кешеләрҙең 80 проценты, балаларҙың 90 проценты табыла, тип билдәләнә юғалыусыларҙы эҙләү статистикаһында. Күп осраҡта юғалған кешене тәүге аҙнала уҡ табалар.

Рәсәй законына ярашлы, юғалған кешене беҙҙә 15 йыл эҙләйҙәр. Табылмаһа, үлгән тип иҫәпләйҙәр. Хоҡуҡ һаҡлау органдары белдереүенсә, Рәсәйҙә йыл юғалған 100 меңдән ашыу кешенең яҡынса 50 проценты үҙҙәре өйгә ҡайта йәки уларҙы эҙләп табалар. Ҡалғандары юҡ була. Ирекмәндәр билдәләүенсә, йыш ҡына кешеләр авария йәки бәхетһеҙ осраҡтар арҡаһында хәтерҙәрен юғалта. Шуға күрә яҡындарығыҙ юғалыу менән, өс көн үткәнен көтмәйенсә, шунда уҡ полицияга барып ғариза яҙырға кәңәш ителә. Тәртип һаҡсылары ғаризаны шунда уҡ ҡабул итергә тейештәр. Фотолы иғландарҙы бағаналарға, туҡталыштарға йәбештереп сығыу ҙа һөҙөмтә биреүе ихтимал. Ирекһеҙҙән, юғалыуҙан һаҡланыу саралары бармы икән тигән һорау тыуа. Белгестәр түбәндәге кәңәштәрҙе тоторға ҡуша.

Бар көскә ҡысҡырырға. Кем дә булһа барыбер ишетәсәк. Бандиттың күҙенә ҡарамаҫҡа тырышығыҙ – гипнозлауы ихтимал. Ә балаларҙы бөтөнләй күҙ уңынан ысҡындырмау хәйерлерәк. Уларҙың ҡайҙа юлланыуы, ҡасан ҡайтасағы тураһында өлкәндәр белергә тейеш. Әгәр яҡынығыҙҙың хәтере насар булһа, кейеменә исемен, адресын, телефон номерын яҙып кеҫәһенә һалырға йәки тегергә кәңәш ителә. Артығыҙҙан шикле әҙәмдең эйәреп килеүен тойһағыҙ, магазинға, аптекаға булһа ла инеп, был хаҡта хәбәр итеп, ярҙам һорағыҙ. Битараф булмаған кешеләр ҡалғандыр әле донъяла… Юғалтмайыҡ, юғалмайыҡ, йәмәғәт!

Римма ҒӘЛИМОВА.

Читайте нас: