Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ғинуар 2021, 11:47

ТӨП СӘБӘБЕ ХАЛЫҠҠА ЕТКЕРЕЛДЕ

.

Сүп-сар сығарған өсөн хаҡтың артыуы сәбәбе телевизион брифингта әйтелде (25 ғинуарҙағы был сара тураһында беҙ кисә үк хәбәр иткәйнек инде).
Республика Хөкүмәте Премьер министры урынбаҫары - торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Борис Беляев Башҡортостан юлдаш телеканалы ойошторған брифингта әйтеүенсә, 1 февралдән Башҡортостандағы дүрт төбәк операторының өсәүһе ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарған өсөн хаҡты күтәрә. Улар иҡтисади яҡтан нигеҙләнгән, хаҡ кимәлен төбәк операторҙары республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты ултырышында 2019 йылдың 1 ғинуарына саҡлы, йәғни “сүп-сар реформаһы” башланғансы уҡ нигеҙләгәйне.
– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән ошо реформа башында сүп-сар сығарған өсөн хаҡ Волга буйы федераль округында иң түбәне итеп билдәләнгәйне, – тине Борис Беляев. – Шундай бурыс ҡуйылды: тәүҙә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуҙы сифатлы итеп эшләргә өйрәнергә, шунан һуң ғына хаҡты билдәле нормативтарға тиклем күтәрергә мөмкин. Әлеге ваҡытта сүп-сар контейнерҙары менән йыһазландырыу 75 процентҡа етте. Меңдән ашыу рөхсәтһеҙ сүп һалыу урындары юҡҡа сығарылды. Һәр майҙансыҡта сүп-сарҙы нисек сығарыуҙары буйынса күҙәтеү алып барыла. Тарифтарҙы индексациялау сүп-сар йыйыу һәм сығарыу системаһын артабан камиллаштырырға – ҡалдыҡтарҙы төрөнә ҡарап айырым йыйырға, сорттарға айырыу пункттары төҙөргә, сүп ташыусы машиналар паркын заманса техника менән яңыртып торорға ярҙам итәсәк.
Фото: bashinform.ru.
Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: