Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ғинуар 2021, 11:09

Шишмә май һығыу заводы күпләп рапс орлоғон эшкәртеүгә тотондо

-

Был юлы ойошма һығылған майҙы Ҡытайға оҙата. Әлеге көндә сит ил партнерҙары 2 мең ярым тоннанан ашыу Башҡортостан продукцияһын һатып алырға әҙер. Хеҙмәткәрҙәр бөгөнгә килешелгән күләмдең яртыһын етештергән дә инде. Рапс майы көн һайын махсус һауыттарға тултырылып Өфөләге Черниковка станцияһына йүнәлтелә. Артабан ул тимер юлы һәм диңгеҙ судноһы менән Ҡытайға тиклем барып етәсәк. Сираттағы партияның контейнерҙарға тейәү барышын БСТ каналының ижади төркөмө күҙәтте.
Май һығыу цехында бер минутҡа ла эш тынмай. Хеҙмәткәрҙәр тәүлек әйләнәһенә рапс майы етештереү менән шөғөлләнә. Ҙур партияға заказ Ҡытайҙан килгән. Шуға ла көн һайын 630 тонна рапс орлоғо эшкәртелеп, унан 260 тонна май һығып алына. Сит ил партнерҙарының ышанысын аҡлау өсөн завод етерлек күләмдә сеймал менән тәьмин ителгән. Ул башлыса республиканың ауыл хужалыҡтарынан һатып алына.
Май продукцияһын флекситанк менән оҙатыу иҡтисади яҡтан отошло, ти белгестәр. Сөнки ул ҡулланыуҙа уңайлы һәм контейнерҙың файҙалы күләмен оптималь файҙаланырға мөмкин. Әйткәндәй, экспортҡа оҙатыр алдынан хеҙмәткәрҙәр диңгеҙ контейнерҙарын махсус технология буйынса әҙерләй.
Махсус һауытлы контейнер артабан май тултырыу цехына йүнәлтелә. Бер флекситанкты тултырыу өсөн ярты сәғәттән ашыу ваҡыт кәрәк. Әлегә тиклем Шишмә майы биодизель яғыулығы етештереү өсөн Балтик буйы заводтарына оҙатылып килгән. Быйыл иһә Башҡортостанда етештерелгән рапс майы Ҡытайҙар ҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан.
Сит илгә оҙатыласаҡ продукцияның сифаты даими контролдә тотола. Был аңлашыла, сөнки барыһы ла юғары марканы һаҡлау һәм партнерҙар менән артабанғы хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн эшләй.
Башлыса, көнбағыш майы етештереү менән шөғөлләнгән предприятие һуңғы йылдарҙа рапс майын һығыуға өҫтөнлөк бирә. Мәҫәлән, быйыл улар алты мең тоннанан ашыу ошо техник культура орлоғон эшкәртергә ниәтләй. Әммә бының өсөн күберәк сеймал кәрәк. Шуға ла республика хужалыҡтарына иген культуралары менән бер рәттән, рапс баҫыуҙары майҙандарын арттырыу талап ителә. Өҫтәүенә, Шишмә майы менән Һиндостан партнерҙары ла ҡыҙыҡһына.
Автор:Илдар Байбулатов.
Читайте нас: