Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ғинуар 2021, 13:16

Өфөлә балалар араһында киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыу осраҡтары арта

-

Роспотребнадзорҙың республика идаралығы белгестәре һуңғы аҙнала балалар араһында киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү осраҡтарының күбәйеүен теркәгән. Республика ведомствоһы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина хәбәр итеүенсә, күрһәткес ете процентҡа артҡан.
«Шулай уҡ беҙ дауахананан тыш пневмония менән ауырыуҙар һанын күҙәтеп барабыҙ. Өфөлә был күрһәткес 4,5 процентҡа кәмегән», — тине Роспотребнадзорҙың Башҡортостан идаралығы етәксеһе урынбаҫары.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала грипп буйынса вакцинация 2020 йылдың аҙағында тамамланды.
Фото: Олег Яровиков/
Читайте нас: