Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ғинуар 2021, 11:46

БЕЛГЕС КОРОНАВИРУС МЕНӘН АУЫРЫУ ОСРАҠТАРЫНЫҢ КӘМЕҮ ВАҠЫТЫН ФАРАЗЛАНЫ

.

Эльвира Хамзина

2021 йылдың яҙына коронавирус менән ауырыу һәм вафат булыу күрһәткестәренең икеләтә кәмеүе ихтимал. Был хаҡта РИА Новости агентлығына Иҡтисади тикшереүҙәр үҙәгенең статистика һәм моделләү буйынса эксперты Агаси Тавадян хәбәр итте.
«Ләкин артабан тәбиғи яҙғы пик менән бәйле сирҙең йәнә таралыуы мөмкин», — тип өҫтәне эксперт.
Тиҙҙән хәлдең ҡапыл яҡшырыуы ихтимал, тип иҫәпләй ул. Шул уҡ ваҡытта бөтә халыҡҡа прививка яһай башлауҙы иҫәп алып та ул вирустың таралыуына ҡарағанда әкренерәк бара. Вакцинация ковидты бөтөнләй юҡҡа сығарыу һәм яңы тулҡындың башланыуына юл ҡуймау өсөн мотлаҡ, тип иҫәпләй Агаси Тавадян.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 25 ғинуарға Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 23 мең 242 осрағы теркәлгән. Тәүлегенә – 168 сирле. Асыҡланған пневмония һаны буйынса үҫеш – былтырғы кимәл менән сағыштырғанда 150 процент.
Эксперттарҙың һығымтаһы буйынса, республика ауырыу буйынса бер тигеҙ кимәлгә сыҡты.
Читайте нас: