Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ғинуар 2021, 10:59

Башҡортостанда дауаханаға ятҡанда мотлаҡ коронавирусҡа ПЦР тапшырыу талабы бөтөрөлдө

-

Башҡортостанда дауаханаға ятыр алдынан мотлаҡ коронавирусҡа ПЦР тапшырыу талабы бөтөрөлдө. Был турала 26 ғинуарҙа республикала COVID-19 буйынса брифингта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
«Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 2021 йылдың 15 ғинуарындағы бойороғо менән дауаханаға ятырҙан ете көн алда мотлаҡ ПЦР тапшырыу ғәмәлдән сығарылды. Ләкин һеҙгә дауаханаға йүнәлтмә биргән медицина хеҙмәткәре, башҡа анализдар кеүек үк, ПЦР тәғәйенләргә мөмкин», — тине ведомство башлығы.
Фото: Ксения Калинина.
Читайте нас: