Башҡортостанға COVID-19 менән ауырыған пациенттарҙы бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеү өсөн Рәсәй хөкүмәтенең резерв фондынан тағы 66,9 миллион һум бүленде. Ил төбәктәре араһында аҡсаны бүлеү тураһында бойороҡҡа хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы. Субъекттар араһында бөтәһе 2,7 миллиард һум бүленә.
«Һүҙ амбулатор шарттарҙа медицина ярҙамы алған, йәғни өйҙә табиптар күҙәтеүе аҫтында дауаланған пациенттар тураһында бара. Сирҙең киҫкенләшеүен иҫкәртеү өсөн уларға дауалауҙың ҡатнаш схемаһы тәғәйенләнә», — тиелә документта.
Бушлай препараттар амбулатор дауаланған пациенттарға бирелә. Дарыуҙар исемлеге федераль кимәлдә раҫланған. Йыйылмала антибиотиктар, вирусҡа ҡаршы, температураны төшөрә торған һәм башҡа препараттар бар. 2020 йылда Рәсәй хөкүмәте ошо маҡсатҡа резерв фондтан 8 миллиард һумға яҡын аҡса бүлде.