Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ғинуар 2021, 14:05

Сығарылыш синыф уҡыусыларына – нуленсе курс студент билеттары

-

Өфө дәүләт нефть техник университеты профориентация, абитуриенттар йәлеп итеү буйынса эште әүҙемләштерҙе. Студенттар көнөндә юғары уҡыу йорто менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән мәктәптәргә иғтибар йүнәлтелде. Шулай уҡ тантаналы сарала вуздың дүртенсе курсында белем алыусылар араһында иң яҡшы төркөм билдәләнде.
Технология факультеты студенттары спорт-мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашып, беренселек яуланы. Уларға дипломдан тыш, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ еңеүсе төркөмгә тәбиғәт ҡосағында мәҙәни ял да ойоштороласаҡ.
Мәҙәни сара сиктәрендә юғары уҡыу йортоноң иң яҡшы студенттары ла тәбрикләнде. Фәнни эҙләнеүҙәр, ирекмәнлек эше, ғөмүмән, вуздың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан 65 егет-ҡыҙға премия тапшырылды. Студенттар көнөндә университетта белем алыусылар театрға ла барҙы, шулай уҡ һырғалаҡта ойошторолған спорт сараһында ҡатнашты.
Автор: Гөлназ Хәйбуллина.
Читайте нас: