Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ғинуар 2021, 11:01

«Өс таған» Дакка халыҡ-ара кинофестивалендә иң яҡшы балалар фильмы тип танылды

-

«Өс таған» 19-сы Дакка халыҡ-ара кинофестивалендә иң яҡшы балалар фильмы тип танылды. Был хаҡта социаль селтәрҙә фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров хәбәр итте.
Фестиваль 2021 йылдың 16-24 ғинуарында Дакка ҡалаһында уҙҙы. Сараны ойоштороусы – 1977 йылдан Бангладешта сәләмәт кино мәҙәниәтен пропагандалау менән шөғөлләнгән Rainbow Film Society. Кинофестивалдә 73 илдән 226 фильм ҡатнашты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фильм башҡорт әҙәбиәте классигы Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлдө һәм төрлө кинофестивалдәрҙә бик күп наградалар яуланы. Картина 4 мартта Башҡортостан һәм Татарстан кинотеатрҙарында киң экранға сыға.
Читайте нас: