Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ғинуар 2021, 12:50

Иң яҡшы «Башҡорт ырыуҙары ташы» мемориаль комплексын төҙөү өсөн конкурс иғлан ителде

-

Иң яҡшы «Башҡорт ырыуҙары ташы» мемориаль комплексын төҙөү өсөн конкурс иғлан ителде. Ул Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы Торатау итәгендә була.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар, проекттар, аңлатмалы яҙыуҙар, график материалдар һәм смета-финанс иҫәп-хисабы 2021 йылдың 27 апреленә тиклем «Рәсәй рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһенә ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 148. Тел. 8 (347) 284-42-47.
Конкурс тураһында положение һәм урынлаштырыу схемаһы менән «Рәсәй рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһе сайтында танышырға мөмкин.
Читайте нас: