Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ғинуар 2021, 11:53

Башҡортостанда февраль һуңына тиклем COVID-19 йоҡторғандар өсөн койкалар һаны кәметелә

Башҡортостанда февраль аҙағына тиклем дауаханаларҙа коронавирус инфекцияһы йоҡторғандар өсөн койкалар һанын кәметеү планлаштырыла //

Башҡортостанда февраль аҙағына тиклем дауаханаларҙа коронавирус инфекцияһы йоҡторғандар өсөн койкалар һанын кәметеү планлаштырыла.
Был хаҡта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин 25 ғинуарҙа республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.
Әлеге ваҡытта Зубов ауылындағы инфекция госпиталендә – 193, Стәрлетамаҡта — 72 пациент.
25 ғинуарҙан дауаханаларҙағы 450 койка профилле файҙаланыуға кире ҡайтарыла.
Дөйөм алғанда, 15 февралгә хәтлем уларҙың һанын 1000-гә кәметеү планлаштырыла.
«5-се һәм 10-сы дауаханалар ғәҙәттәгесә эшләй башланы, медицина учреждениеларын профилле эшкә сығарыу планы әҙерләнгән. Койкалар эпидемиологик хәлгә ҡарап кәметелергә тейеш», — тине Максим Забелин.
25 ғинуарға Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 23 мең 242 осрағы теркәлгән. Тәүлек эсендә – 168 сирле.
25 лаборатория эшләй, бер тәүлектә 7,5 мең тикшереү үткәрелгән.
Әле 6300 урын булдырылған, 68 процентҡа тулған.
Башҡортостанда ОРВИ һәм грипп менән ауырыу кимәленең 30 процентҡа кәмеүе күҙәтелә, тип билдәләне министр.
Асыҡланған пневмония һаны буйынса үҫеш – былтырғы кимәл менән сағыштырғанда 150 процент.
Эксперттарҙың һығымтаһы буйынса, республика ауырыу буйынса бер тигеҙ кимәлгә сыҡты.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков
Читайте нас: